Сибай кантон  
3-се бит
Шул уҡ күренеш, Ҡотләхмәт кантон, ҡатыны Ғөлғәйшә. ( Тирмә артынан тауыш):
Мөмкинме?
ҠотләхмәтМөмкин, мөмкин!
Ғөлғәйшә. Әйҙә, инегеҙ !
Сибаев, Ҡаһир ҡарт инәләр.
Ҡаһир ҡарт. Әссәләмәғәләйкү, кантон ҡустым !
Әссәләмәғәләйкүм, килен, арыумың?
Ҡотләхмәт. Вәғәләйкүмәссәләм, ағай,
Вәғәләйкүмәссәләм, Шәйәхмәт ҡустым!
Әйҙүк,әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ.
(Уҙып ултыралар, доға ҡылалар )
Шунан, ағай, ниндәй хәлдәр һеҙҙә,
Еңгә, килен имен-һауҙармы?
Ҡаһир ҡарт. Һеҙҙең фәтихала, рәхмәт, кантон ҡустым,
үҙегеҙҙең хәлдәр көйлөмө?
(Ғөлғәйшә ҡымыҙ килтерә)
Ғөлғәйшә. Бына ҡымыҙ, ауыҙ итегеҙ!
Ҡаһир ҡарт. Рәхмәт, килен, рәхмәт, мең йәшә!
Ҡотләхмәт кантон. Арыу ғына былай, иншалла.
Бәлә-ҡазаларҙан һаҡла, хоҙай,
Бәндә ң мәхрүм итмә, әй, аллам!
Ҡаһир ҡарт. Бәрәкалла, бәрәкалла.
Ҡотләхмәт кантон. Көн йылытҡас, тағы йәйләү инде,
Әҙерлектәр арыу барамы?
Ҡаһир ҡарт. Бара, ҡустым, бара, һәүетемсә.
Булғанына шөкөр ҡылыйыҡ.
Ҡотләхмәт. Шулай, ағай,шулай.
Ҡаһир. Донъя аға ғына, кантон ҡустым:
Ҡартайыла. Йәш балалар үҫеп, буй етә.
Тормош йәмен, тәмен тойоп ҡына,
Парлы йәшәүҙәргә ни етә.
(Ҡотләхмәт кантон менән Ғөлғәйшә бер-береһенә мәғәнәле ҡарашалар)
Ғөлғәйшә, ауыҙ асып, һүҙ әйтмәксе була. Иренең асыулы ҡарашын күреп, һүрелә.)

Ҡотләхмәт. Тел төбөңдө әйтәм, Ҡаһир ағай…
Ҡаһир. Эйе,ҡустым, дөрөҫ фекерләйһең,
Тормошобыҙ шунан ғибәрәт.
Һеҙҙә йәш ҡыҙ, беҙҙә егет бар
Инһен үҙ көсөнә ул ғәҙәт.
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную) || 
Пьессаның тәүге битенә күсеү || 
Пьессаның 2-се битенә күсеү || 
Пьессаның 4-се битенә күсеү || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||