Сибай кантон  
баш бит

Ҡатнашалар:

Шаһиәхмәт Сибаев - 6-сы башҡорт кантоны башлығы
Фатима - Ҡотләхмәт кантондың ҡыҙы, Ш.Сибаевтың һөйгән ҡыҙы,ҡатыны
Ҡотләхмәт Биксурин< - 4-се башҡорт кантон башлығы
Ғөлғәйшә - Ҡотләхмәт кантондың ҡатыны,Фатиманың әсәһе
1 -се бай -
2 -се бай- 6-сы башҡорт кантоны кешеләре
Сәлим бай -
Мәхмүт бай - Сибай кантон сәйәсәтенә ҡаршы түрәләр
Аҡһаҡал - телгә килгән сал тарих
Шәрәфетдин - ялсы
Үлмәҫбай - Шаһиәхмәт Сибаевтың хеҙмәттәше,ҡайныһы
Д әүләтбикә - Фатиманың ҡәйнәһе
Хәсән - Фатиманың тәүге ире
Байтүрә - Шаһиәхмәт Сибаевтың хеҙмәттәше
Ҡанышбикә - Ш. Сибаевтың еңгәһе
Ҡаһир; - Ш. Сибаевтың ауылдашы
Халыҡ - 6-сы, 4-се кантоны кешеләре
Ваҡиға 1850 -1864 йылдарҙа бара
Беренсе күренеш
Аҡһаҡал.

Һауаһына моң һеңгән,
Күпме өмөттәр балҡыған,
Күпме йондоҙҙар һүнгән.
Бында Биктимер йәшәгән
Уй-зиһене йәшнәгән,
« Халҡым» тиеп, «илем» тиеп,
Янып-көйөп йәшәгән.
Алмашҡа Аҡҡолой килә,

Ил ғәмле, етди түрә.
Әммә үтә ҡаты ҡуллы
Бәлки хаҡтыр,кем белә?
Аҡҡолдан һуң улы килә,
Абдрахман атлы түрә,
Халыҡ хөрмәтләй, ярата
Ғәҙел булғанға күрә.
Әсәтулла,яңы түрә,
Ике йыл кантон була.
Хаким тағы алмашына:
Ҡотләхмәт кантон була.
Ғүмерҙәр уҙа, уҙа…
Һеҙҙең алдығыҙҙа бөгөн-
Сибай кантон, Фатима.

Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную)< || >
Пьессаның 1-се битенә күсеү || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||