1850 йыл. Йәшел сәхрә, Тирмә.Теҙелешеп, ҡыҙҙар һыуҙан ҡайта. Араларында Фатима ныҡ айырылып тора. Ат тояҡтары тауыштары ишетелә. Мөһәбәт һынлы үҙенә килешеп торған хәрби казак кейемендә йәш егет инә. Ул - Шаһиәхмәт Сибаев,Фатиманы күреп, ирекһеҙҙән туҡтап ҡала. Сибаев. Эй, илаһи. Кем һин, хур ҡыҙы? Кем, бәхете өсөн һине хоҙай Шул тиклем дә гүзәл йән эйәһен Яҡты донъяларға яратҡан? Фатима. (бик шуҡ, ғорур ) Ыласын ҡош оса,ай,һауала, Ояһы ла бейек – ҡаяла. Ҡурҡан-боҫҡанға мин иш түгелмен: Кемдең уғы тейә-шул ала. Сибаев.(ү ҙ-үҙенә ) Уф, йөрәгем, хоҙай, ярҙам ит. (Ҡыҙҙар үҙ-ара һөйләшеп,көлөшәләр ) Фатима. Йә, әле егет үҙең яуап бир: Кемһең үҙең,атың-затың ни? Сибаев. Гөлөм булһаң-һинең былбылың Ләйләм булһаң- Ҡайс- Мәжнүнең. Зар- интизар һиңә, гөлйөҙөм, - Шаһиәхмәт атлы әсирең. I- ҡыҙ. Телгә бөткән мәгәр. II-ҡыҙ. Беҙҙең яҡта, егет, эшең ни? Сибаев.(ү ҙ алдына) Рәхмәт һиңә, фәләҡ күсәре. Әйтеп бирәм,һылыу, юҡ сере : Ҡотләхмәт атлы кантондың Мин бөгөндән башлап бисере. Фатима. Атайымдыңмы яңы бисере? Сибаев. Бәй-бәй, һылыу, әллә ҡыҙымың? (Ҡыҙҙар үҙ-ара һөйләшеп,көлөшәләр ) I- ҡыҙ. Ҡара-ҡара, Фатиманан күҙен алмай. II-ҡыҙ. Һылыу күрһә, егет күҙен ут ялмай. I- ҡыҙ. Ҡуйсы, тотҡарланма, Фатима. Әсәң,көтә,зинһар, Ҡайтһана. Сибаев. Туҡтағыҙсы мин таныным. Фатима. Әйҙә, ҡыҙҙар, ҡайта һалайыҡ. Ҡыҙҙар. Әйҙә, әйҙәгеҙ .(Сығалар ) Сибаев. (үҙ-үҙенә) Тимәк, кантон ҡыҙы Фатима. Ә ле генә сабый бала ине. Йөрөй ине, уйнап, бытылдап. Ҡай арала шундай һылыу булып, Сая булып үҫкән, өлгөргән? | Һомай күҙҙәренә һөрмә тартҡан, Алһыу йөҙҙәрендә таң атҡан, Ҡайҙан тырнағына буяу тапҡан? Алтын төҫтәр менән ялатҡан. Аҡҡош муйынына кешән яҡҡан, Муйынсағы йәшкелт яҡҡуттан. Ә ҡулдары ҡош ҡанатымы ни? Беләҙеге алтын-көмөштән. Ҡәләмферҙе сәйнәп, баҙыян бөрккән- Гөл еҫтәре затлы еләндә. Хоҙай уға йәлләмәгән: биргән, Хуш еҫ аңҡый ебәк толомдан ( Фатимаға атлығып) Көт, тим, зинһар, көтсө,Фатима. |