Сибай кантон  
2-се бит
Фатима. (инә) Ниңә, әйтер һүҙең бармы әллә?
Сибаев. (бик ныҡ тулҡынланып)
Күпме йондоҙ,хоҙай, асманыңда-
Мин күрмәйем яҡты айым бар.
Иҫем-һушым алдың,
һинһеҙ,һылыу,
Яҡты донъя-зиндан, йыһан тар.
Фатима. Дәртең ташып тора. Ут кеүекһең,
Елдәй елгән атың-турың бар.
Килешмәгән генә ерҙәрең юҡ,
Ниңә генә икән ороң бар?
Сибаев. Һыу-даръяны аша сығар булһаң,
Күперҙәргә етмәй, боролма.
Күңелеңә шулай ятмынмы ни?
Япһармасы,һылыу, орома.
Фатима. Оло яҙыҡтыр ул-ғәйеп ташлау
Хоҙай үҙе биргән ороңа.
Урмандарҙа берләм юл,һуҡмаҡ күп:
Ней юлыҡтың минең юлыма?
Сибаев. Һайрар ҡоштар йылы яҡҡа китер,
Йәмле йәйҙәр үтеп, көҙ етһә.
Яҙмышыма шөкөр ҡылыр инем,
Кантон ҡыҙы мине үҙ итһә.
Фатима. Йәйләү йәшелләнер, гөлдәр сәскә атыр,
Һалҡын көндәр үтеп, яҙ етһә,
Һине генә тиңем итер инем,
Йөрәгебеҙ, егет бер типһә.
(Ш. Сибаевтың йөҙө балҡып китә. Килеп, Фатиманың ҡулдарын ала.)
Сибаев. Көмөш йөҙөгөмдө алсы, йәрем,
Кей, Фатимам, күрһен Урғаҙа
Ҡауыштырҙы беҙҙе уртаҡ яҙмыш
Эй, Фатимам, һиңә вәғәҙ ә! (йө ҙөк кейҙерә).
Фатима. Белмәй инем ерҙә барлығыңды,
Табыштырҙы беҙҙе Урғаҙа.
Мәңгелеккә һиңә , мәңгелеккә .
Шәһиәхмәтем, һиңә вәғәҙә! (й өҙ өк кейҙерә ) .
(Икеһе бергә ): Мәңгелеккә һиңә, мәңгелеккә .
Мәңгелеккә йәрем, вәғәҙә!
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную) || 
Пьессаның тәүге битенә күсеү || 
Пьессаның 3-се битенә күсеү || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||