Ғөлғәйшә Бер-береһен оҡшаталар, Риза булыр ҙа ул ҡыҙыбыҙ. , (Иренең асыулы ҡарашын күреп, туҡтап ҡала) , Ҡотләхмәт Ҡалай асыуымды ҡабарта! , Оло абруйымды тапата. , Ирҙән алда бисә һөйләшә, Исемдәре булмаҫ Ғөлғәйшә. , Ҡаһир. Ҡурайҙа ғына тартһаң көй була. , Бүрәнә лә тартһаң, өй була. , Бәхет-сәғәҙәтле үтһен ғүмер, Таң ата ла тағы кис була. , Ғөлғәйшә Бисер егет күптән урала. , Ҡотләхмәт. ( сығырынан сығып). , Вәт белмәне мәгәр бынау берә ү, Алдан сабып сыға тора ла. , Бик теүәлме әллә фекерең? , Бығырҙығы сыға, ә ирең? , (Ҡаһир ҡартҡа ) Шулай ҙа ул…, Ҡаһир. Нимә, ҡустым? , Ҡотләхмәт. Юҡ, беҙ риза түгел! , Ҡаһир . (Ҡойолоп төшөп). Нисек инде? , Ҡотләхмәт. Риза түгел !Тамам һүҙебеҙ ! , Сибаев. Ҡотләхмәт ағай , риза булығыҙсы ? , Фатиманы өҙөлөп яратам. , Беҙ бәхетле булыр инек, ағай. , Беҙҙе хуплап бирһәң, фәтихаң. , Ҡотләхмәт. Һин бит бик аҡыллы, Шаһиәхмәт ҡустым. , Хәл-әхүәлеңде яҡшы аңлайһың. , Бик күп яусы килә Фатимаға-, Бик абруйлы түрә улдары-, Ҡыҙ кеше үҙе һайлаймы ни?! , Мосолманбыҙ: үҙең аңлайһың…, Береһе яҙыр ҡыҙым яҙмышына, , Ә һин, егет, даулай алмайһың. , Һөт төҫөндәй ҡалҡҡан кеүек, , Бешкән еләк кеүек ҡыҙыбыҙ, , Юҡ,юҡ, ҡустым, ташла ул уйыңды-, Бүтән, башҡа йәрҙер даланың! , Шаһиәхмәт . Юҡ, был мөмкин түгел ! , Ҡотләхмәт. ( сығырынан сығып): , төңөл,тием һиңә,төңөл, төңөл ! , Шаһиәхмәт (ҡәтғи) Аңламаның, ағай бер нәмә лә, , Күпме кәрәк, шунса көтөрмөн, , Фатимамды, мәгәр, күрерһегеҙ Бәхетленән бәхетле итермен! ( (сыға ). |