Ҡаһ ҡарт. Һау бул, кантон ҡустым. (сыға). , Ҡотләхмәт. Һау булығыҙ ! , Фатима. (инә). Ниңә, атай, риза түгелһең? , Мин башҡаның йәре түгелмен ! , Ҡотләхмәт. Арҙаҡлы ла, бай ҙа түрә улдары күп. , Ә һин Шаһиәхмәткә ҡыҙығаң. , Күбәләктәй пырлап утҡа осаң ! , Ҡайт уйыңдан, айны,эй, балам ! , Фатима. Һауам минең,ерем- бар донъям ул ! , Көнөм-төнөм, шәфәҡ балҡыуым. , Сикһеҙ бәхет – уның йәре булыу, , Әсе-сөсө бергә татыуым…, Ҡотләхмәт . Онотолма, балам,һин бит кантон ҡыҙы ! , Үҙ баһаңды үҙең беләһең. , Шаһиәхмәт онот, йөрәгеңдән сығар. , Фәтихәм юҡ, балам беләһең ! , Фатима. (ата-әсәһенә арты менән боролоп) : , Атам-әсәм мине аңламайҙар. , Үҙ донъямда мин тик бер үҙем. , Аҡылымдан шашам,һөйәм,көйәм. , Эй, хоҙайым, бармың? бир түҙем ! , (Ҡулдарын һоноп, ялбарып теҙ сүгә.Ҡапыл һикереп тороп, битен , ҡулдары менән ҡаплап, сығып йүгерә) , Шул уҡ күренеш. , Ҡотләхмәт кантон хат яҙып ултыра.Яҙып бөткәс, ҡысҡырып уҡый. , Ҡотләхмәт . Губернатор ғәли йәнәптәре ! , Олоғлауым Һеҙҙе, хөрмәт итеүем. , Бик мәслихәт булыр Сибаевтың, Әрмеләрҙә хеҙмәт итеүе. , Тик бер генә хеҙмәт иткән әле. , Үтеп бара юҡһа сираты. , Әҙерләр ҙә, ҡороҡларҙа инек, Уға тәғәйен атты. , Һәр миҙгелдең үҙ балҡышы. , Үҙ ағышы ваҡыттың, Ыңғай хәл итһәгеҙ ине-, Һеҙҙә оло өмөтөм , (хатты бөкләй). Ғөлғәйшә. (инә). , Ҡасан күрмә, Фатима һыбай атта. , Ир-егеттәй етеҙ, ҡалмаҫ артта. , Мәйтәм, һис тә генә ҡуймайҙар. , Илекме ни , ҡыр-тау буйлайҙар. , Ҡотләхмәт . Тағы бере яусылатмаҫ микән, , Риза булар инек, әсәһе. , Шаһиәхмәтен ҡабат уйламаһын. , Аңлатсәле үҙең, әйтсәле. , Ғөлғәйшә . Фәтихәбеҙ бирмәй, әллә яңылыштыҡ инде ? , Ни уйлайһың, әле, атаһы? , |