Сибай кантон  
6-се бит
Ҡотләхмәт. Йөҙөк ҡашы кеүек ҡыҙыбыҙға
Тиң тиһеңме әллә малһыҙ, данһыҙ
Ристан Утарбайҙың балаһы?
Ғөлғәйшә. Эйе шул, атаһы.
Хаҡ һүҙең, хаҡ атаһы.
Ҡотләхмәт. Атаһы ла шулай бауһыҙ булды.
Ҡаршы сыҡты хата батшаға.
Үҙ башына булды – Себер китте!
Ғөлғәйшә. Тәүбә! Насип бул ҡыҙым башҡаға !
Ҡотләхмәт. Шулай булмай, кантон ҡыҙы бит ул.
Кейәүебеҙ миндәй түрә булмаһа ла,
Нигеҙе ныҡ хужа, хәллеләрҙән булһын
Ғөлғәйшә. Балағынам май эсендә йөҙгән бөйөр булһын!
(сығалар ).
Шул уҡ күренеш .
Ат тояҡтары тауыштары ишетелә. Икеһе ике яҡтан атылып, Фатима
менән Шаһиәхмәт инәләр.

Шаһиәхмәт . Фатимам!
Фатима. Шаһиәхмәтем!
(Икеһе, ҡулдарын тоташтырып, әйләнәләр ).
Шаһиәхмәт. Һине күрер көнөм бар икән!
Фатима. Йөрәк һиңә генә зар икән!
Шаһиәхмәт. Фатимам!
Фатима. Ишеттем мин, Әрмеләрҙә, йәнем китәһең!
Шаһиәхмәт. Эй, Фатимам, мине көтөрмең?
Фатима. Һинһеҙ нисек кенә йәшәрмен?!
Тәндәремдә йәнем бар сағында,
Көтөрмөн дә һине, көтөрмөн.
Шаһиәхмәт. Һинән гелән, мәктүб көтөрмөн, Фатимам!
Фатима. Шаһиәхмәтем!
Шаһиәхмәт. (Йырлай)
Ҡарамалыташта саңҡ-саңҡ килгән
Ике бөркөт, баҡсы, пар икән
Йәндәремдән артыҡ күрәм һине,
Ҡауышыр көндәр, Фатимам, бар микән?
Фатима. (Йырлай) Ҡарамалыташта ике бөркөт:
Береһе ҡара, береһе аҡ икән.
Шаһиәхмәтем-ҡыйғыр ҡошом минең,
Һинһеҙ киң донъялар тар икән.
Шаһиәхмәт. Фатимам!
Фатима. Шаһиәхмәтем! (сығалар ).
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную) || 
Пьессаның тәүге битенә күсеү || 
Пьессаның 5-се битенә күсеү || 
Пьессаның 7-се битенә күсеү || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||