Сибай кантон  
10-сы бит
Икенсе шаршау.
Шаршау алдына Ырымбур губернаһының генерал-губернаторы Александр Андреевич Катенин сыға.
Катенин. Ашыҡмайыҡ, уйлашайыҡ,
Аҡыл биҙмәненә һалайыҡ.
Ете үлсәп, ете тапҡыр уйлап,
Теүәл генә тик бер ҡырҡайыҡ
Кем лайыҡ был вазифаға?
Чиновниктар аҙ түгелдәр
Теҙеп ҡуйһаң быуа, быуа.
Игиликов мәле үткән-күсерермен яңы эшкә
Игизяков та бик бармай бола үткән был төбәккә
Кем һуң? кем һуң?
Беҙҙең фармандар ҙа үтһен.
Ҡара халыҡ та үҙ итһен…
Шундай кантон кәрәк ине. Ундайҙар бик һирәк инде…
Еңел-елпе генә уйлап, терһәк тешләмәҫкә ине…!
бынау Сибаев нисек? Сәйәсәттә күргәнем юҡ.
Ил өмөтөн өҙгәне юҡ. Тәртипле күренә үҙе.
Беҙҙең баҫымдарға түҙҙе… Һе!
Кантон Шәһиәхмәт Сибаев!
Беренсе күренеш
«Урал» көйө яңғырай. Кантон кейемендә Шәһиәхмәт
Сибаев сыға. Ҡаршы яҡтан Аҡһаҡал күренә.

Аҡһаҡал. Утарбайҙың улы кантон булған.
Ата күрмәгәнде ил күрә.
(Шәһиәхмәткә ) Халыҡ өмөт менән һиңә баға
Ил әйҙәрҙәй шәхес һәм түрә.
Сибай кантон. Һинең мәнфәғәтең яҡлармын.
(Ҡулын бирә) Аҡ өмөтөң, илем, аҡлармын.
Аҡһаҡал.Беҙҙең һүҙ шул. Шәһиәхмәт улым,
Ҡайҙа ғына барма,һау йөрө.
Айыҡ фекер йөрөт, зиһенле бул.
Донъя ауа-түнә һәр төрлө.
Беҙҙең Атайсалды ташлама,
Яҡшы атыңды бер үк таплама.
Ил фекере аша атлама!
Шәһиәхмәт . Илем ғәме минең күңелемдә,
Ерем сәме йөрәк түремдә.
Аҡһаҡал. Ваҡ тойғоңа баш бул-ваҡланма,
Яҡты йондоҙ күптер асманда.
Дошманыңа һаҡ бул-ялланма,
Семәр ҡапҡан һалыр - алданма.
Ҡурҡаҡтарға батыр йөрәк бул.
Көсһөҙҙәргә көс үә ҡеүәт бул.
Шәһи әхмәт. Халҡым, Атайсалым!
Йәнем бар сағында.
Һеҙҙең теләк булып эшләрмен,
Һеҙҙең йөрәк булып йәшнәрмен.
Байҙар. Сәлим бай. Хан йәйләйек әле донъяларҙа
Кантон тартмай,беҙҙе кем тартыр ?
Кантон-байғуралар бер арбала-
Бер тәртәлә бит ул-тыр ҙа тыр.
2-се бай. Төклө аяҡтары менән килһен кантон,
Вазифалы түрә- мең алтын.
Байҙарҙы бай күреп, мәртәбәле итеп,
Үҙе хөрмәт күрә һәр кантон.
Шәрәфетдин. Үрге осҡа өс ат елә генә:
Йәшел генә көймә санаһы,
Көмөш ҡыңғырауҙар сың-сың килә.
Ялт- йолт килә зәңгәр дуғаһы.
Сәлим бай. Эй, килендәр, ашты өлгөртөгеҙ. Етеп килә кантон ағабыҙ.
Әйҙә, байғуралар, бызмырҙамаң,
Кантон килә – ҡаршы алабыҙ
Ҡурайсылар, теүәл килдегеҙме?
Һыҙҙырығыҙ, сәм- дәрт уятып !
Оло түрә –Сибай кантон килә.
Һәр кешелә өмөт уятып. ( Ҡурай уйнайҙар)
3-сө бай. Ыстағафирулла, төш күрәмдер.
Уят әле мине һелкетеп.
Иң беренсе өйгә-ярлы Фәхри ҡартҡа
Боролдолар, ел-ҡар уйнатып.
2-се бай. Кеше ышанмаҫты һөйләп торма.
Яңылышҡандыр күсер, хәҙер сығырҙар.
Хәҙер, хәҙер, ағам әйтте тиерһең,
Сабыр, кәрәк, шайтан алғырҙар. Хәҙер,хәҙер…
Тауыш. Ниңә күренмәйҙәр ?
2-се бай. Аңламайым, аңлай алмайым.
Нимә булды икән? Шәрәфетдин, йүгер,
Тиҙерәк килһен кантон,
Фәхри табын ҡормаҫ элек,
Бар, дон, өлгөр !
Тәкә ите бешә ҡаҙандарҙа,
Көрәгәлә ҡымыҙ таша, тиң.
Данлы ҡурайсылар йыйылған, тиң.
Аҫыл йыраусылар шунда, тиң.
Шәрәфетдин. Дондом, елдем генә, бай ағайҙар,
Кантон менән бергә килермен.
3-сө бай. Шулайт, Шәрәфетдин, шулайт. Афарин!
(Шәрәфетдин сығып, йүгерә)
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную) || 
Пьессаның тәүге битенә күсеү || 
Пьессаның 9-сы битенә күсеү || 
Пьессаның 11-се битенә күсеү || 
Пьессаның дауамы буласаҡ; || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||