Сибай кантон  
11-се бит
Сәлим бай. Хәҙер килә, хәҙер …
2-се бай. Һаман килмәйҙәрсе…бына инде…
Көттөрә белә кантон.
Ғауғаланмаң, килмәй ҡалмаҫ-
Сабырлыҡ төбө- алтын.
Шәрәфетдин. ( югереп килеп инә)
Бай ағайҙар, минең юл уңманы,
Кантон рәхмәт, тине, үҙе килә алмай.
3-сө бай. Кантон улай тимәҫ, Уй, алдай!
Шәрәфетдин. Алдамайым, кантон килә алмай.
Фә хри ағай китте туҙып:
« Йөҙ –бит йыртып, табын боҙоп,
Йөрөүеңде ҡуй һин», - ти.
«Бары менән байрам, туған
Яҡты йөҙөм, икмәк-тоҙом-
Минең иң ҙур һыйым», - ти.
Сәлим бай.. Йылҡы, ҡуй һуйҙыҡ, тимәнеңме?
Шәрәфетдин. Тинем дә ул…
Тауыш. Йә,йә, нимә тине?
Шәрәфетдин. Ҡурайсым юҡ, ҡумыҙсым бар,
Йырсым юҡ, таҡмаҡсым бар.
Табынымдың үҙ ризығы.
Үҙ йыры, үҙ көйө ти.
3-сө бай. Эшкинмәгән, һармаҡ! Кантон үҙе нимә тине, тием?
Нигә кантон беҙгә ашыҡмай?
Шәрәфетдин. Ҡунаҡ – хужаның ишәге,
Хужа теләге- ҡанун.
Бик ҙ ур рәхмәт саҡырғанға,
Бара алмайым, әйт, тине.
2-се бай. Ыстағафирулла! Байҙар, байғуралар!
Бындай хәлдәр була микән ни?!
Бейек тауҙың томаны ла бейек.-
Кантон быны белмәй микән?
Икенсе күренеш.
Ырымбур губернаторы А.А.Катениндың ҡабулханаһы.Стена ла
Александр I һүрәте. Катенин бер үҙе. Сибаев инә.

Сибаев. Һаумыһығыҙ, ғәли йәнәптәре?
Катенин. А-а…Шагиахмет Утарбаевич! Һаумыһығыҙ, әйҙә уҙығыҙ!
Сибаев. Рәхмәт,һеҙгә, 7әли йәнәптәре!
Катенин. Имен-аман ғына килеп еттегеҙме?
Сибаев. Дала юлы. Һыуыҡ сатнап тора.
Йәй көндәре эҫе, ҡаҡшата.
Күсер меҫкен, атҡайҙарын йәлләп,
Ҡыуаларға ҡыймай атлата.
Катенин. Шулай инде, шулай, юл яйы.
Сибаев. Йөрөмәҫ инең, сыға эш яйы.
Катенин. Ниндәй хәлдәр һеҙҙең тарафтарҙа?
Ниндәй хәлдәр һеҙҙең яҡтарҙа?
Эш ҡамытын, кантон, кейҙеңме?
Вазифаң ни инде, белдеңме?
Сибай кантон. Бары һүҙҙә генә вазифалыҡ
Эш ҡырған юҡ әле маҡтанырлыҡ.
Катенин. Бына нисек! Ниндәй уй- хыялдар кантон хәтлем кантон башында?
Сибаев. Беҙҙең халыҡ һис бер яҡлаусыһыҙ, белем ала алмай, үҫә алмай.
Катенин. (Үҙ алдына ). Бына нимә уйлай был кантон!
Сибаев. Табиб та юҡ, үл дә кит инде!
Ауырыу торһа, ҡаршы тора алмай
Халыҡ күпләп-күпләп ҡырыла,
Улар хәлен белгән кеше лә юҡ ,
Күргән дә юҡ, уйлап ҡараһаң.
Катенин. Эйе, күңелһеҙ хәл, Шагиахмет Утарбаевич.
Сибаев. Килеүемдең сәбәбе шул, Александр Андреевич.
Ауылдарҙа мәктәп, дауахана асайыҡ.
Катенин. Насар түгел һеҙҙең фекер, кантон,-
Хуплайым мин, ысын, хуплайым.
Әммә төҙөлөшкә һәм башҡаға
Ярты тин дә түләй алмайым.
Сибаев. Хатта бөтөнләйме, гәли йәнәптәре?
Халыҡ бит һалымды бит күпләп түләй.
Йәшәй михнәт сигеп, ял күрмәй.
Катенин. Улай онотолмаң, Утарбаич! - күндәм булһын халыҡ батшаға.
Сибаев. Походтарҙа башҡорт күп йөрөнө:
Париждарға барҙы, Хиуаға,
Ике тапҡыр Аҡмәсеткә барҙы.
Алды, ләкин күпме ҡан түгеп,
Йәшә3әсе тыныс, көн күреп.
Катенин. Халыҡ бит ул һарыҡ көтөүендәй.
Ҡамсы шартлауын да шарт итә.
Яҙылмаған ҡанун, ләкин хәҡиҡәт бит:
Хакимдәрҙең бары көслөһөнән
Халыҡ ҡурҡа, һайлай, падишаһ итә.
Сибаев. Аңлашайыҡ, ғәли йәнәптәре,
Төрлөһү ҙгә юлдар ҡуймайыҡ,
Беҙҙең мөнәсәбәт килешеү нигеҙендә.
Онотмайыҡ, иҫтән юймайыҡ.
Беҙ таныйбыҙ Рәсәй ҡанундарын-
Башҡорт хоҡуҡтарын танығыҙ.
Һеҙҙең малға бит беҙ ымһынмайбыҙ-
Һеҙ ҙә ҡанун һаҡлап ҡалығыҙ.
Катенин. Утарбаич, Һеҙ бит баш та, түш тә –
Башҡорт кантондың башлығы,
Бик күп нәмә ү ҙегеҙҙән тора.
Дауахана, мәктәп, идаралыҡ-
Кантон башлығының сослоғо…
Юҡ аҡсаны ҡайҙан алайым?
Бер килем юҡ-ҡайҙан табайым?
Сибаев. Тимәк, хеҙмәт итеү, һалым түләүҙәр
Иҫәптәләр, мәгәр ,һанда юҡ.
Шул һалымды, тимәк халыҡ өсөн
Тотоноуҙан башҡа сара юҡ.
Катенин. Нимә? Нисек?
>
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную) || 
Пьессаның тәүге битенә күсеү || 
Пьессаның 10-сы битенә күсеү || 
Пьессаның дауамы буласаҡ; || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||