(Фатима инә ) Фатима. Нисек инде, мине һөйәм тигәс, Башҡа ҡыҙға, имеш, өйләнгән? Эй, хоҙайым, мине алдағанмы? Нисек кенә теле әйләнгән? Арабыҙҙа тимәк, барыһы бөттө. Ялғар күперҙәр юҡ, эй, Аллам! Үҙ-үҙемдән ҡайҙа ҡасайым һуң? Ғазаптарҙан ҡайҙа ҡотолам? Эй, Урғаҙам минең- серҙәшкәйем! Көҙ.Һандуғас китте. Моң ҡалды. Был донъяның йәме бөттө инде. Хәсрәттәрем ҡалды, зар ҡалды (Фатима сыға ) Шул уҡ күренеш, (>Ҡанышбикә. Шаһиәхмәт . ) Шаһиәхмәт . Еңгә, тием, инсе хәлдәремә Фатиманың хәлен белсәле. >Ҡанышбикә. Эй, ҡәйнеш, Фатиманы ҡабат ауыҙлама! Фатимаң бит кеше бисәһе! Шаһиәхмәт . Ысынлапмы, еңгә? Китсәле! Кемгә бирҙе ата-әсәһе? >Ҡанышбикә. Кемгә тип ней, һиңә түгел инде. Йәнйегеткә, хәлле кешегә. Йылҡы-бейәләре байтаҡ ҡына, Эреле-ваҡлы малы күп кенә. Йорт-ҡураһы иркен, бай ғына. Йылғыр хужа була бел генә. Киленгә эш тауҙай. Ҡымыҙ Бешеү,эркет ҡайнатыуҙар. Балаҫ-малаҫ һуғыу, башҡаһы- түҙһен биле, түҙһен арҡаһы. Шаһиәхмәт . (Күңеле төшөп). Бына нисек… >Ҡанышбикә. Эй,ҡәйнеш, кикирегеңде бигүк һалындырма! Фатимала көнөң бармы ни? Ҡәмбәреңде ярат, хәләлең бит. Үҙ ғаиләң һиңә аҙмы ни? Шаһиәхмәт . Ҡәмбәремә ғәйеп таҡмайым мин- Ғәзиз балаларым әсәһе. Ә күңелд1 бары Фатимам ғына. Эй, еңгәй инде ни эшләйһе? Ҡанышбикә. Бынағайыш, нимә һөйләй бынау? Онотта ҡуй, ниңә ҡуймайһың? Асмандағы ай ни, Фатима ни, Буйың етмәй, ни ҡуймайһың? Шаһиәхмәт . Аңламайһың шул, еңгәм, Фатимам бит бергенәм (атылып сыға ). |