Шул уҡ күренеш. Яҡтылыҡ алға ғына төшә.Ара-тирә йәҙрә, туп атҡан тауыштар, аттар кешнәүе ишетелә лә тына. Байтүрә Абзаков, Ш.Сибаев ҡылыс үткерләйҙәр ҡайыш менән. Талғын ғына «Әрме» көйө яңғырай. (Баҫыла төшкәс): Байтүрә. Һаҕындыра тыуған Абҙағым Иҫкән елдәр сәләм күндерһә, Йәнтүрә лә Байтүрә тиҙәр микән, Абыҙаҡтар атын ектерһә. Шаһиәхмәт . Бик һағынам ғәзиз Атайсалды, Ҡасан ғына икән ҡайта алам, Торһам-ятһам, хыялыйҙай булам Күҙ алдымдан китмәй Фатимам. Байтүрә. Ҡулдарында ҡурай,ҡындарында ҡылыс, Аҡмәсетте алды Байтүрә. Иҫән-һаумы икән абыҙаҡтар, Ата-әсәм, ағам, Йәнтүрә? Шаһиәхмәт . Эй, ҡояшым, беҙҙең яҡҡа ла Йылы яҙҙар тағы ҡайттымы? Пар бөркөткә минең Фатимам Һағышланып, яңғыҙ баҡтымы? Ниңә генә икән хаты юҡ? Үҙем күпме яҙҙым, яуап юҡ. Икһеҙ –сикһеҙ донъя, гүйә, зиндан, Эй, Илаһым, һинән ярҙам юҡ Иләҫ-миләҫ килә күңелем, Яҙмыш зәһәр уғын аттымы? Байлыҡ-мәҫәр алып атаһы Ят ҡуйынына ҡыҙын тыҡтымы? Байтүрә. Ниңә кәрәк һуғыш үә ҡыйралыш?! Ҡылыс ҡында ғына ят әле. Шаһиәхмәт . Эх, Байтүрә, яна эс-бауырҙар, Тарт ҡурайың,тартсы, тарт әле! (Байтүрә тороп, ҡурай уйнай. Сибаев йырлай) Ш.Сибаев. Ятһам төштә, торһам уйҙарымда Эй, Фатимам, тиңһеҙ Фатимам! Ер аяғы ер башылай ерҙән- Һыр-даръянан сәләм, Фатимам! Һыу өҫкәйҙәрендә, ай, аҡ күбек Ҡулыңа алып, Фатимам,һабын ит. Һағынырһың, Фатимам, һарғайырһың, Бәндә эшкәйҙәренә сабыр ит. Һыр буйҡайынан сыҡҡан саҡта Беләккәйем талды ишкәнгә. Ултыра ла торғас көйләй инем, Йорт-илдәрем иҫкә төшкәнгә. (Үлмәҫбай инә). |
  | Үлмәҫбай . Эй, егеттәр, тием, егеттәр! Йә, бейегеҙ берҙе һөйөнсө! Шаһиәхмәт . Ҡайтабыҙмы, әллә хат бармы? Көттөрмәсе, ағай, әйтһәңсе? Үлмәҫбай . Аҡмәсетте алдыҡ, әммә ҡайтыуҙар юҡ Яңы яуға сиреү тотола. Кемдең ҡатыны бар, ғаиләһе Шулар ҡайта, йәғни, ҡотола. Байтүрә. (Һикереп төшә) Бәхеткәйем минең бар икән! Әлдә ғаиләм, ырыҫым, бар икән! Шаһиәхмәт . Ни ҡылайым?!- минең хәл башҡа. Орайым инде башты ташҡа?! Үлмәҫбай . Ҡайғырма әле, яуҙаш, миндә ғәжәп уй: Минең ҡыҙҙы алда ҡуй! Шаһиәхмәт . Эй, Үлмәҫбай ағай һаташаң- Мин бит Фатимамды яратам. Үлмәҫбай. Ир бул, яуҙаш! Ниңә ҡаушайһың? Яуҙан,әрмеләрҙән ҡотҡарам, Кәләш булһын ҡыҙым Ҡәмбәрем. Шаһиәхмәт. Эй, Үлмәҫбай , аӷа бер үк асыуланма… Үлмәҫбай . Эй, сырағым, тәүәкәллек ҡылғай: Бындай мөмкинселек гел булмай. Көсһөҙ әӽмдәрҙе утҡа һалып. Олуғ тәҡдир беҙҙе күп болғай. Шаһиәхмәт . Шулайҙа ул, ағай… Байтүрә. Өҙөп әйтмәй, торсо, кире ҡаҡма ! Үлмәҫбай . Уйла, яуҙаш, уйла, күп уйла! (сыға ) Шаһиәхмәт . Йәшәү менән үлем йәнәшә- Хоҡуҡ менән бурыс көрәшә. Байтүрә. Хоҙай бәндәләрен һынар өсөн Бына шундай мәлдәр өләшә. (сыға ) Шаһиәхмәт . Әҡбәр аллаға бойһонабыҙ Буйһонғанбыҙ золом батшаға. Хоҙай йәшәү өсөн ғүмер биргән- Ниңә сарыф көсөм башҡаға? Ошо ҡан ҡойоуҙар, ошо һуғыштар Беҙҙең халыҡ өсөн ни бирә? Әгәр илгә ҡайтһам, белем-көсөм йыйһам, Илем файҙа күрер-кем белә? Илгә ҡайтам илгә!Тәүәкәллек итәм: Ҡайтам,Ҡәмбәргә өйләнәм. Атайсалға ҡайтып, Фатимамды алам Бәндә өмөтләнеп өйрәнгән Шаршау |