Опубликованнный варинт 1 стихов Шагиахмета Сибаева Рашитом Ахтари в журнале "Агидель" Рәшит Әхтәри Агизел журналында Шәйәхмәт Сибаевтын шигыры; Шәйәхмәт Сибаев Һыр буйы, Арал буйындағы һағышы. 1 Һыр буйҡаҙарынан сыҡҡан саҡта Беләккәйҙәрем талды ишкәндә. Ултыра ла торғас көйләп алам, Йорт, илдәрем иҫемә төшкәндә. 2 Йыла ғына табан, саған сана Арал буйлап сапты ел уҙып. Ил түрәһе ил күрәһен күрә- Ҡайтып китеп булмай ил уҙып. 3 Ҡылыс ҡына ҡайрар ташлы ерҙә, Былбыл ғына һайрар ер түгел. Уралымдан кәкүк саҡыра ла ни- Мин Сибайың ҡайтыр ир түгел. 4 Уралҡайым ултыра үҙәгемдә, Уҡ башағы ултыра бөйөрҙә. Хантүрә лә, йәш егеттәр кеүек, Бойороҡ менән йөрөй был ерҙә. 5 Һыу өҫкәйҙәрендә, ай,аҡ күбек Ҡулыңа ла алып, Фатимам, һабын ит. Һағынырһың, Фатимам, һарғайырһың, Бәндә эшкәйҙәренә сабыр ит. 6 Фатимаҡай,һиңә хат яҙғанда Ҡаҙ ҡанатҡайҙары ҡ әләмдер. Хаттарыма ҡаршы хат яҙмаһаң, Һине һ өйө ү миңә харамдыр. 7 Йыла ла ғына табан, саған сана Килешеп кенә тора туратҡа. Шул санала елдәй етеҙ елеп, Ҡайталманым бер кис ҡунаҡҡа. 8 Нескә генә билле туры атым Ҡыш көндәре тибә, ай, тибен. Ҡош арҡылы сәләм әйтер инем, Белеп булмай икән ҡош телен. 9 Атайсалым, кисер ҡайталманым: Ил ҡоло мин, илдә ҡолоймон. Ил бүреһе булып дан алһам да, Сүл бүреһе булып олоймон. 10 Беҙ үлғәс тә, иштәр ишле булһын, Ишһеҙ булһын бары яттарға. Беҙҙең һөйәк аша атламаһын, Тапамаһын яттың аттары. 11 Йыла ла ғына табан, саған сана Аралдарҙан елә Аралға. Үҙем үлгәс, йырым йырлап ҡайтһын, Атым, санам ҡайтһын Уралға. 12 Уралыма башым төбәп күмең, Ҡын-ҡылысым һалып йәнәшкә. Бур бүркемде бирең әй, кәләшкә- Улдарыма ҡалһын кәңәшкә.     |