Сибай сасан  
Бит 5а

Утарбаев Сабит Сэмигулла улы "Йырым кайтhын илемэ" хикэйэhенэн ,



Шул көйгә дәртле урыҫтар түҙмәй бейемәйсә ҡалмай ине.Ул көндәрҙә казарма зыҡ ҡуба,
тағы гармонда уйнаусы урыҫтар ҡушылып китә.Сәмле ярыштар ҙа булып ала.Кем арымай
оҙаҡ бейей ала урыҫтармы йәки башҡорттармы, тик ҡурайсылар һәм балалайкасы
менэн гармонсы ғына арығас, туҡталырға мәжбүр булалар. Ә Йосоп тигән ҡурайсы Василий
тигән казак артынан ҡалманы,Шәһиәхмәт аша гармонда уйнарға өйрәнергә теләүен
белдерҙе.Тәки өйрәнде егет. Ә Василий ҡурайҙа ярайһы уҡ һыҙғырта , урыҫтарҙың еңел бейеү көйҙәрен уйнай ҙа ала башланы.
Тик айырылышыу көндәре лә етте… Был турала егеттә ргә Байтүрә хәбәр иткәс,йыйылған казактарҙың кеменең күҙе йәштәре сыҡты,
кемдәре бер-береһен ҡосаҡлап ҡыуаныштылар.Бер аҙҙан бөтәһе лә тынысланғас,
Бәйтүрә һүҙ башланы. -Егеттәр,тынысланығыҙ әле. Әйтер һүҙем бар.
Эйе, ҡыуаныс ҙур,шатбыҙ,тиҙ ҙән тыуған илебеҙ ҙә туғандарыбыҙ һәм ғаиләбеҙ
менән осрашырбыҙ аллаһы тәғәлә ярҙамы менән.Бөгөн, был бәхет бөтәбеҙгә лә тәтемәй,
шуны белегеҙ. Халыҡ,ҡапыл тын булды.Кемде был бәхет урап үтә икән тип һағайып ҡалдылар.
-Тынысланығыҙ,йәмәғәт,барығыҙ ҙа ҡайтаһығыҙ,- тип һүҙгәШәһиәхмәт ҡушылды.
- Ә кем ҡайтмай һуң ?
-Шәһиәхмәтте ҡайтармайҙар, ул иртәгә Арал буйына юл ала.Ә беҙ ҡайтып китәсәкбеҙ,ул бер нисә егет менән
бында ҡала.
- Ә ҡасан ҡайтаралар?
-Билдәһеҙ.
-Шуға йәмәғәт мин бөгөн һеҙҙе хушлашыу кисәһенә саҡырттым,- тине Байтүрә.
Унан йыйылғандарға Байтүрә һүҙен дауам итеп:
-Әммә шундай үтенес,Шәһиәхмәттең шиғырҙары һәм йырҙары бар, отоп алығыҙ.
Илебеҙҙә сәсәнебеҙ имен-аман ҡайтып етеүгә улар халҡыбыҙға мәғлүм булып,ятланһын һәм йырсылар йырлаһын ине, тип- мөрәжәғәт итте.
-Әйҙүк,әйҙүк,ундай изге теләкте мотлаҡ үтәрбеҙ.Тик, йырла Шәһиәхмәт.,
-Бөгөнгөләй йыйылыштар,уйын-көлкөләр күңелһеҙ көндәребеҙҙе
йәмләндереүҙә һинең һәм дуҫың Байтүрәнең арҡаһында булды бит.
Оҙон көндәр һәм төндәр ҡыҫҡа тойолдо.
-Рәхмәт,дуҫтар тине лә Шәһиәхмәт йырлап та ебәрҙе.
Алыҫтарҙан ай күренә,
Ирәндекәй тауҙың аҡ ташы.
Ниҙәр генә ай күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
-Эй,афарин,Шәһиәхмәт.
-Беҙҙе башҡорт ир-егетәрен маҡтап, данланың түгелме шул, рәхмәт төшкөрө.
Сабит Утарбаев 21 май 2012
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную)< || >
Хикәйә дауамы 6 се биткә күсеү  || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||