Сибай сасан  
Бит 6а

Утарбаев Сабит Сэмигулла улы "Йырым кайтhын илемэ" хикэйэhенэн

Ҡылыс ҡына ҡайрар
ташлы ерҙә
Былбыл ғына һайрар
ер түгел :
Уралымдан кәкүк
саҡырала ни
Мин Сибайың,
ҡайтыр ир түгел
А-һа-һа-аййй!
ҡайтыр ир түгел.
-Бошонма,Шәһиәхмәт,һин түҙемле һәм батыр икәнеңде беләбеҙ.Яраланып,хәлең бик хөрт ваҡытта ла бирешмәнең. Һиндә ҡайтып етерһең тип ышанабыҙ ,шуны теләп ҡалабыҙ.
Һауаларға осҡан, ай,ҡарсыға
Талпына ла микән ҡош күреп,
Киң түшәкәйҙәрен тарҙар йәйеп,
Көтә микән Ҡәмбәр төш күреп,-
-Ә беҙгә күпме ярҙамың тейҙеШәһиәхмәт, берҙә оноторлоҡ түгел.Ихлас отоп алырбыҙ,шулай уҡ илдә йырсыларға еткерербеҙ,үҙебеҙ йырларбыҙ ,ҡурайҙа уйнарбыҙ.
Шулай, йыйылған халыҡ йырсыны һәм уның йырҙарын тәбрикләп шау-гөр килеп алды.
Һыр –дәрьйәнең ҡыу ҡамышы,
Ээ-эй,ҡыштырҙайҙар ел төшһә.
Атайсалға булған һағышым,
Йонсоталыр инеп гел төшкә…
Шәһиәхмәт йырлап арый башлағанын тойоп,Байтүрә еңел көйҙәргә төшөп,бейеү көйҙәрен һыҙҙырып ебәреүгә,ҡыуаныстары баштан ашҡан
йәшерәк егеттәр бейергә төшөп китте. Унан һалмағыраҡ көйҙәр яңғырауға өлкәнерәктәр ҡушылды.Байтүрәне тәүҙә Йосоп алмаштырҙы,унан
башҡалар.Һәм барыһы ла тамам арып,тиргә батып ергә сүктеләр.
-Йә,егеттәр һеҙгә лә миңә лә бик оҙаҡ оҙон юлға сығырға кәрәк,йоҡлап ял итеп алайыҡ.
Шәһиәхмәт менән барыһы ла ҡосаҡлашып һау буллаштылар.Иртәгеһен улар Ырынбур губернаторы бойороғон тыңлап
торған мәлдәШәһиәхмәт күптән алыҫ сәфәрҙә юлда ине инде.
Йыла ла ғына табан саған сана
Аралдарҙан еләАралға
үҙем үлгәс,
Йырым йырлап ҡайтһын,
Атым-санам ҡайтһын Уралға
А-һа-һа-аййй!
Ҡайтһын Уралға...
Сабит Утарбаев 21 май 2012
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную)< || >
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||