Сибай сасан  
Бит 4а

Утарбаев Сабит Сәмигулла улы "Йырым кайтhын илемә" хикәйәhенән

« Һыр буйҡайынан сыҡҡан саҡта,
Беләккәйҙәрем талды ишкәндә.
Ултыра ла торғас көйләп алам
Йорт, илдәрем иҫкә төшкәндә.

Һандуғастар һайрар,ер түгел ,
Кәкүк тә генә саҡрар ил түгел .
Илама ла, Ҡәмбәрем, ай илама,
Йүгереп тә ҡайтыр ер түгел …»

-Бына быныһы дөп дөрөҫ ,был ерҙәрҙә һандуғас та ҡош түгел,
кәкүк тә юҡ исмаһам.Ә Фатимаға
мин еңгәйҙең исеме урынына Фатима тип әйтермен,һин риза булһаң,Шәһиәхмәт.
-Ух, шулай шаян да ,шуҡ булмаһаң һинең менән дуҫ булмаҫ инем бәлки.Мин риза.
-Һе,булды улай булғас.Ярай, һөйөнөс би-и-и-к шәп булды, ҡыуандырҙың
Шәһиәхмәт дуҫ, бына ҡанатым булһа ошо урында осоп ҡайтып етәр инем,
Ирәндекте тултырып,һинең йырыңды көйләп ебәрер инем,бөтә
Урал тауы тыңлар ине лә, шаулар ине.Ә бит мин дөрөҫ уйлағаным булып сыға,Фатима тимәк.
-Ярай икеһенә үҙ исемдәре менән әйтеп ишеттерерһең.Имен- аман ҡайтып ет.
Байтүрә тиҙ арала егеттәрҙе йыйырға ҡушып, сираттағы һаҡта торған
казактарға әмер бирҙе.Улары бик оҙаҡ көттөрмәй югерешеп килеп тә еттеләр.
Был егеттәрҙе ул үҙе табып,дуҫлашып та алған ине,сөнки күбеһе үҙе
кеүек ҡурайсылар,араһында оҫта йыраусыларҙа бар ине.Күңелһеҙ бер
көйөрәк үткән хеҙмәт көндәрен үҙҙәренсә
биҙәп,ҡурай уйнап,йыр йырлап,мәҙәктәр һөйләшеп ултыралар.
Ләкин бындай минуттар бик һирәк була шул,сөнки әлдән әле кокандттарҙың
көтмәҫтән һөжүмдәре тынғылыҡ бирмәй ,
биҙәтә ине. Байтүрәнең бөгөнгө кеүек саҡырыуын
түҙмәй көтөп алалар ине.Шуға күрә кемдәр рейдтан азат булып,
казармала калғандар һә тигәнсәШәһиәхмәттең казармаһы янына ашыҡты.
Тағы шуныһы урыҫтарҙың аҙнаның етенсе көнөндә казактарға
бер аҙ ял итерлек мөмөкинселек биреүе,Шәһиәхмәттең һәм
Байтүрә эргәһендә күмәкләшеп ултырырға форсат аса ине.
Урыҫ офицерҙәре менән Шәһиәхмәт бик иркен аралаша һәм улар былай
йыйылышҡан казактарҙың йырлашып,бейешеп һәм көлөшөп ултырыуҙарына
ризаһыҙлыҡ күрһәтмәйҙәр ине.Бер аҙ көнләшеп тә алалар,
ҡайһылары «Вот молодчины башкирята» тип хуплап та ҡуйғандары булды.
Шәһиәхмәттең йырлағанын тыңлап та торғандары,унан ни тип йырланың әле тип
һорашалар.Ҡайһы бер урыҫ казактары бейеүгә төшөп китә торғайны.
Шәһиәхмәт бер урыҫтан бейеү көйөн отоп алып, Байтүрәгә көйләп
күрһәткәс, ул бик тиҙ генә уйнап та ебәрҙе.отҡор шул үҙе.
Сабит Утарбаев 21 май 2012
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную)< || >
Хикәйә дауамы 5 се биткә күсеү  || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||