-Ярай, беҙ еңеүселәр, ә форт хәҙер Аҡмәсет түгел, ә Перовский, ә беҙгә ил ситен һаҡларға ҡушылған ,тимәк, антҡа тоғро ҡалып, беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ,хеҙмәт итәбеҙ. -Тик хәүфле бит әле был хеҙмәт,ана һин дә саҡ яраңдан терелдең,имен-аман тыуған илгә ҡайтһаҡ ине тимен. -Бөтәһе лә аллаһы тәғәлә ҡулында,яҙмыштан юҡ уҙмыш тигәндәй,һиңә һөйөнөстө әйтергә теләйем һәм минең үтенесте лә үтәһәң шәп буласаҡ! -Йә,йә тиҙ бул һөйөндер,Шәһиәхмәт,ҡыуандыр ҡыуаныслы булһа! -Мине тағы Арал буйына ебәрәләр, ә һине дуҫ ҡайтаралар. -Нимә,нимә тиһең,ҡабатла, ҡолағыма ышанмайым,ысынмы? -Эйе,дуҫ,һин тыуған илебеҙгә ҡайтаһың,иртәгә гәскәрҙе теҙеп, губернатор бойороғон белдерәсәктәр.Мин шуны белдем,штабта.Искәндәр ағай миң әәйтте.Мине штабҡа саҡыртып алдылар һәм Арал буйына отрядкә башлыҡ итеп әбәрәләр. -Ә һине нишләп ҡайтармайҙар? Әйтәм, йөҙөң берсә тоноҡ,берсә асылып китә, йырлауыңда үтә мңоһоу. -Мөхәмәтғәли ағайымды күрҙем,ул минең ҡолаҡҡа шыбырланы, миңә әлегә рөхсәт юҡ. -Ә нисек һағындым илемде,әсәйемде,ҡустыларымды,дуҫтарымды,улымды һәм … | «Ҡыҙыл ғына сәкмән,лампас салбар, Ятҡа ҡаршы менеп сабам туры атҡа. Атайсалды ҡайтып бер күрә алһам, Ирешәр инем эй, раббым, моратҡа. |
Шәһиәхмәт шулай тип,йырлап ебәреүгә Байтүрә ҡурай менән ҡушылып та китте. - Э-э-э,ҡарале Шәһиәхмәт, һин тағы ике йән эйәләре исемен әйтеп,еткермәнең. - Кемдәрҙе Һуң ? -Ҡәмбәриә еңгәйҙе, тағы берәүҙе. -Уныһы кем икән һуң? -Йә,ярай дуҫым,тиһең,кем арҡаһында ошо ҡомлоҡта ыҙа сигәһең икәнен беләм бит инде. Фатиманы һағынаң. -Эйе, ул миңә көс,ғәйрәт,дәрт һәм илһам өҫтәй,уны уйлаһам күңелгә шиғыр тула , ул йыр булып урғылып сыға.Хатта төшөмә керә. -Күреп торам,йырҙарҙа Ҡәмбәр тип йырлайһың, ә күнелеңдә, шиғыр юлдарыңда Фатима. -Бына шуғала,һинең ҡайтырыңды белгәс,йырҙарымды ишеттерә һалайым, иртәгә айырылышабыҙ,ә һин дуҫ ошо йырҙарымды,хаттарымды һәм шиғырҙарымды алып ҡайт, туғандарым ишетһен,дуҫтарым белһен,Фатима белһен. |
Сабит Утарбаев 21 май 2012 |