Сибай сасан  
Бит 2а

Утарбаев Сабит Сәмигулла улы "Йырым ҡайтhын илемә" хикәйәhенән

- Мөхәмәтғәли ағай, һуңғы ваҡытта мин кантон тирмәһенән
алыҫлаштым, ә һин йышыраҡ унда булаһың, ошо хәрби сыулыш нигә
кәрәк булды әле ул ?
- Коканд ханлығы Рәсәйгә тынғы бирмәй, ил ситен йыш үтеп инә,
шулай булғас, тирә- юндәге халыҡҡа тыныс йәшәүгә
мөмкинселек юҡ.Беҙҙең гөбернатор Перовский Акмәсет ҡәлғәһен
алһа, тыныслыҡ киләсәк йәнәһе.
- Тик ни өсөн беҙҙең башҡортҡа көсөн һала ?
- Быныһы инде , мин һәм һин хәл итер мәсьәлә түгел.
Түрәләр уйы һәм эше.
- 1839 -ың көҙ өн иҫләйһеңдер,күпме башҡорттоң
башы ятып ҡалды тикмәгә, туңып, асығып үлеп бөттөләр.
- Эйе, онотоп буламы ни инде ул Хиуа тигән походты.Ярай ҡустым, бындай уйҙарыңды
минән башҡа кеше ишетмәһен.Артыҡ нәмә һөйләмә,
былайҙа башың утҡа ингән, Ҡотләхмәт кантонды һине
ҡалдырайыҡ тип күндереп булманы.Сөнки мин үҙемдә
походҡа эләгәм, минең хәрби табиб яҙмышым шулай.
- Бергә буласаҡбыҙмы ни, ҡалай шәп ?!
-Эйе,ләкин мин алғы һыҙыҡта түгел, ә ялан
дарыуханаһында булармын инде ул.
-Ә шулайҙа күңелгә ниндәйҙер тыныслыҡ һибелә.
Эргәң тирәлә туғаның булыуы баребер нисектер үҙеңде ышаныслы тояһың.
-Ярай,ҡустым был һүҙҙәреңә рәхмәт,мин дә
ҡайтып,юлға йыйынайым,һине лә тотҡарларға ярамай. Ә... иҫемә
төштө, гөбернатор Василий Алексеевич Перовскийҙең тәржемәсеһе
Искәндәр Батыршин икән,мин уны яҡшы беләм.Һинең турала форсат
табып,һөйләшеп алырмын.Йә,хуш.
-Хуш, Мөхәмәтғәли ағай. Минең өсөн изгелектәрең
күп булды,Аллаһы тәғәлә именлек-һаулыҡ бирһен һиңә.
-Амин,үҙеңә лә шуны теләйем.
Иртәге көндә таң менән үҙенең бер нисә ауылдаш һыбайлы
казактары менән Шәһиәхмәт юлға сыҡты.Фатима әбей
өйҙә ҡалған улдары,килене Ҡәмбәр һәм ейәне
Шәһәрғәзе менән илашып,оҙатып ҡалдылар.
Байтүрә менән Шәһиәхмәт яр буйында ултыралар.
Шәһиәхмәт шиғыр яҙа ла Байтүрәгә уҡып
күрһәтә. Унан йырлап күрһәтә.
Байтүрә ҡурай менән ҡушыла.
- Байтүрә һинең ҡурайҙа уйнау оҫталығы
минең өсөн ҡыуаныста йыуаныста.
-Рәхмәт,Шәһиәхмәт,ләкин һиндә насар
уйнамайһың.Тик һиңә етеп булмай, һин сәсән бит.
Етмәһә көйҙә сығараһың.
-Күңелгә илһам тулһа,йыр үҙенән үҙе
килә лә сыға,һиҙмәйҙә ҡалаһың,тик бына
ҡайныһы онотолоп ҡуя.Яҙып өлгөрөргә ваҡыты юҡ,
үҙең беләһең.
-Эйе,бынау кокандсылар тынғы бирмәйҙәр, ҡәһәрләрең.
-Һиңә генә асылам,дуҫым,улар бит иленең бер мөйөшөн
юғалтты, ә ниндәй әһәмиәткә эйә ул порт Аҡмәсет.
-Әәй, үҙҙәре лә ғәйепле, ни өсөн сит
илгә баҫҡынсылыҡ эшләйҙәр?!
Сабит Утарбаев 21 май 2012
Йөкмәткегә ҡайтыу( на главную)< || >
Хикәйә дауамы 3 се биткә күсеү  || 
Йөкмәткенең дауамына сығыу(на продолжение Сибай сэсэн)||