Бына Шәһиәхмәткә Аҡмәсет өсөн һуғышҡа китергә бойороҡ та килеп төштө.Сапҡынсылар уны, Ырымбур губернаторы Перовский әфәнденең үҙ ҡултамғаһы ҡуйылған ҡағыҙ төргәген Шәһиәхмәттең ҡулына тотторҙылар һәм бойороҡтоң тапшырылыуына старшинанан ҡултамға ҡуйҙырып, кире кантон үҙәгенә саптылар.Шәйәхмәттең алыҫ һәм ҡурҡыныс сәфәргә тәғәйенләнгәнен ишеткән әсәһе хәлһерәп, аяҡтары тотмай ергә сүкәйҙе. Шәһиәхмәт йүгереп килеп,әсәһен аяғына баҫтырҙы. -Әсәй, улай уҡ бөтөрөлмә инде.Бирешмә,миңә лә алыҫ юлға сығып китеүгә ауыр буласаҡ бит. -Эй,улым,улым! Шул, Ҡотләхмәттең ҡыҙы тип, иҫең китте бит. Бәлә килерен, күңелем һиҙә ине.Әйттем бит, онот, шул Фатиманы тип.Бына тигән ҡатының бар, балаң бар.Эй…й. -Әсәй, йөрәгемә мин хужа түгел шул.үҙем дә аңлап етмәҫ тойғолар, хистәр таша күңелдә, яратам мин ул Фатиманы, инде ни хәл итәһең. -Шул тәтәй ҡыҙ башыңды утҡа тыға балам,Шәһиәхмәтем. -Ул түгел икәнен, әсәй белеп тораһың бит, уның атаһы беҙҙең һөйөүҙе хуп күрмәне.Ҡыҙын, һоратып ҡараным, ҡаршы булды. -Эйе, улым, тиңһенмәне шул. Атайың «ристан» тип мыҫҡыл итеүе инде! Хәҙер бына мәлдән файҙаланып, һинең башыңды ашай.. -Ҡуй, Әсәй улай алдан күрәҙә итмә. Мин алла бирһә, имен аман ҡайтып төшөрмөн.Тик доғаңдан айырма. -Шул ҡәһәр һуҡҡан һуғышҡа сәбәп табып, бармай ҡалып булмаймы?.үҙең дә ҙур ғына һәм абруйлы ла түрә түгелме ? -Юҡ, әсәй , Ҡотләхмәт кантон ул көндә мине атай киткән себергә һөрәсәк.Һөйәктәрем шул һыуыҡ илдә серегәнсә, һуғышта ысын ир булып үлермен.Етмәһә, мин хәрби кеше, Рәсәйгә тоғро хеҙмәт итергә ант биргәнмен.Улым Шәһәрғәзегә, туғандарыма, илемә ил батыры тигән ғәйәр исемем ҡалыр.Аллаһы тәғәлә ярлыҡаһа, уның ҡөҙрәте менән дан яулап ҡайтырмын. Уның ихтиярында минең яҙмыш. үҙемә яҙған үлемде, икенсе кеше яурынына һалып,гөнаһ алып, оҙаҡ йәшәрменме мин,әсәй? -Эй, атайыңды әйтәм, бер гөнаһһыҙ көйө себер китте шул. Ҡалай итәһең маңлайына яҙылған яҙмышмы, кеше хөсөтеме, әрәм иттеләр. -Йә, ярай, улым, мин, киленем Ҡәмбәргә юлыңа ашамлыҡтар әҙерләшәйем. Фатима әбей илай-илай килене Ҡәмбәр эргәһенә ашыҡты.Шәһиәхмәт ярҙамсыһын саҡыртып алды ла, юлға әҙерләнергә ҡушты. Ҡулына ҡәләм алып, Фатимаға хат яҙа башланы, тик яҙып бөтмәне, ат сабып килеүен ишетеү, уны был ниәтен ҡалдырып торорға мәжбүр итте. Был ике туған ағаһы Мөхәмәтғәли Иҫәнгильде улы икән. -Әссәләмғәләйкүм, старшина Шәһиәхмәт ҡустым. - Вәғәләйкүмәссәләм, табиб ағам Мөхәмәтғәли. Хәл-әхүәл, ғаилә,йорт-ҡура,мал –тыуар хәлен белешкәс, туғандар тураһында ентекләп һорашып, барыһында барлағас төп борсоған донъя хәленә күстеләр. |
Сабит Утарбаев 21 май 2012 |