Сибай сасан  
Хамитов Хуснулла.(Автор книги"Сибай сәсән")

Мәшһүр « Сибай» йырының
ижад ителеүенә
150 йыл тулыуына арнала


Тылсымлы йыр

Халҡыбыҙҙың яратып йырлаған йыры «Сибай».
Кемдәр генә
көйләмәгән дә,кемдәр генә йырламаған уны.
Репрессияға эләгеп, үлем камераһында ултырғандар ҙа, һуғыш тынып
торған арала тыуған
илкәйен иҫенә алған һалдаттарҙа …
Атаҡлы ҡурайсылар: Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләканов, Кәрим Дияров,
Ғиниәт Ушанов, Ишмулла Дильмөхәмәтов, Хәмит Әхмәтов
һәм хәҙерге йәш ҡурайсылар репертуарында ла «Сибай» йырының көйө яңғырай. Күренекле йырсылар: Ғәзиз Әлмөхәмәтов,
Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хәбир Ғәлимов, Рамаҙан
Йәнбәков, Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Ғилман Сәфәрғәлин, Фәтих Мотаев
һәм башҡалар ҙа үҙ репертуарынан « Сибай» йырын төшөрмәгәндәр. Мәшһүр йырсыбыҙ, композиторыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов «Сибай» йырын
үтә яратҡан. Репрессияға дусар ителеп,
үлем язаһына хөкөм ителгәндәр камераһында ултырғанда ла, уның « Сибай» йырын йырлап ултырғаны билдәле.
Минең ҡайнымдың ағаһы Садыҡ Миҙәхәт улы Чанышев та,
үҙенең хәтирәләр
дәфтәрендә, 1938 йыл яңғыҙ камерала ултырғанында
төшөнкөлөлөккә бирелмәҫ өсөн, үҙен
ауыр уйҙарҙан арындырыу өсөн, надзирәтельдәр
ишетмәһен өсөн,үҙе яратҡан « Сибай», «Мәҙинәкәй»
һәм башҡа татар-башҡорт йырҙарын көршәк
сеүәтәгә көйләп
ултырғанын яҙып ҡалдырған.
Рәшит Әхтәров та беренсе « Ярман» һуғышында яраланып ҡайтҡан
Фәтих олатаһының, һуғыш
ҡырында тыуған яҡтарын һағынып,
«Сибай»ҙы йырлап «йылап та ала торғайныҡ»-тип
һөйләгәнен яҙған.
Хәҙерге көндәрҙә
лә «Сибай» йыры халҡыбыҙҙың популяр йыры булып ҡала.
Республикабыҙҙа үткәрелгән « Ирәндек моңдары», «Оҙон көй», « Урал моңдары» һәм башҡа
бәйгеләрҙә, күп һанлы концерттарҙа, мәжлестәрҙә,
«Сибай» йыры яңғырамай ҡалмай тиерлек. Шағирҙар ҙа
үҙҙәренең шиғырҙарында башҡорт йырҙарының тылсымлылығына
һоҡланып яҙалар. Мәҫәлән, «Ватандаш» журналының 2006 йылдың ғинуарында сыҡҡан
һанында, шағирә Зөһрә Алтынғужинаның
«Башҡорт йыры» шиғырында шундай юлдар бар:

Башҡорт йыры – башҡорт булмышҡайы,
Күпме аһ-зар һыйған төйөлөп,
Ауаздары һаман әсир итә
«Буранбай» һәм «Сибай» көйөнең.


Музыка белгестәре «Сибай» йырының
көйөн дә ыңғай
баһалайҙар. «Башҡорт халыҡ ижады» томлығында ошондай юлдар бар:
«Напев «Сибай» ярко представляет собой башкирскую мелодическую
одноголосую сольную культуру, в изобилии пользующуюся разнообразными
приёмами импровизации и включающую свободный речетатив».

Хуснулла Нутфулла улы Хамитовтың "Сибай сәсән" китабынан

Главная< || > предыдущая ||  Следующая ||